Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 14:15

Буласаҡ юристар араһында...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты.

Буласаҡ юристар араһында...
Буласаҡ юристар араһында...

Бында белем биреү учреждениеһының үҫеше тураһында һөйләштеләр һәм Радий Хәбиров буласаҡ юристарҙың  мөһим һорауҙарына яуап бирҙе.

Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы республика юғары уҡыу йорттарына дәүләт ярҙамы тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, 2022 йылға дөйөм суммаһы 200 миллион һумлыҡ гранттар булдырған. Һүҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары хаҡында бара. Улар иҫәбендә - Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында ойошторолған Өфө фән һәм технологиялар университеты.

Шул уҡ ваҡытта институт етәкселеге ғилми эшкә, учреждениеның кадрҙар потенциалын үҫтереүгә һәм үҙҙәренең студенттары араһынан буласаҡ уҡытыусылар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә.

– Йәш ғалимдарға өҫтәмә ярҙам тураһында ҡарар ҡабул иттем, – тине Башҡортостан Башлығы. 2022 йылда 200 йәш аспирант һәм йәш ғалим Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми-белем биреү ойошмаларында стажировка үтәсәк. Башҡортостандың тағы 200 ғалимы өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам сараларын ҡараясаҡбыҙ.

Әйткәндәй, институттың эшләмәй торған ашханаһы урынына яңы корпус төҙөү мәсьәләһе буйынса ла һөйләшеүҙәр бара.

Студенттар менән осрашыуҙа Радий Хәбиров был уҡыу йортоноң уның өсөн әһәмиәтле булыуын да билдәләне.

– Мин бында булыуыма иң ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерәм. Ошо юғары мәктәпкә 14 йылымды бирҙем – юрист һөнәренә уҡыным, ә һуңыраҡ студенттарҙы был фәндән уҡыттым. Хоҡуҡ институты диуарҙары минең өсөн ҡәҙерлегә әйләнде. Күп профессорҙы яҡшы беләм һәм уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәтлемен, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ"

Буласаҡ юристар араһында...
Буласаҡ юристар араһында...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: