Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 19:05

Башҡорт теленә дан йырлау байрамы

23 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһына ҡатнашырға онотмағыҙ!

Башҡорт теленә дан йырлау байрамы
Башҡорт теленә дан йырлау байрамы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһын үткәрә. Сара онлайн һәм оффлайн тәртибендә уҙғарыла.

– Йылдан-йыл акцияның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Был – бик яҡшы күренеш. Сөнки акция республикабыҙға исем биргән телде һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул сит милләт вәкилдәренең телебеҙгә ҡарата ихтирамын арттыра, милләтебеҙҙе берләштерә, халыҡтар дуҫлығын сағылдыра. Башҡорт теленә дан йырлау байрамы, тип атайбыҙ беҙ уны. Ысынлап та, беҙ байрамға әҙерләнгән кеүек әҙерләнәбеҙ, ҡунаҡтар саҡырабыҙ. Быйыл, ниһайәт, сара бар ерҙә лә офлайн тәртиптә үтәсәк. Беҙҙең уҡыу йортона килгәндә, БДПУ – һәр факультетта ла башҡорт теле дәрестәре булдырылған берҙән-бер вуз. Әлеге ваҡытта беренсе курстар туған телебеҙҙе өйрәнә, улар акцияла әүҙем ҡатнашасаҡ, – тип белдерә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы.

Акцияла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрелендә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктант тексы тура эфирҙа уҡыла башлай:

11.00 - 11.25 сәғәттә – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
11.30 - 12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
12.05 - 12.30 сәғәттә – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән һәм яҙғандар өсөн.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: