Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 10:53

Бөгөн – донор көнө

Беҙҙең илдә был датаны 2007 йылда РФ Дәүләт Думаһында үткән донорлыҡ һәм ҡан тапшырыу хеҙмәте проблемаларына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар булдырған. 20 апрель юҡҡа һайланмаған.

Бөгөн – донор көнө
Бөгөн – донор көнө

1832 йылдың 20 апрелендә донъяла тәүге тапҡыр кешегә икенсе кешенән ҡан ебәреү (күсереү) теркәлгән. Ул ваҡытта Питерҙан Андрей Мартынович Вольф тигән йәш акушер бер ҡатынға бала тыуҙырырға ярҙам иткән. Тик ҡапыл буласаҡ әсәнең хәле насарланған, ҡаны ныҡ аға башлаған. Шул саҡ табип ҡатынға иренең ҡанын ебәрә.

Донор көнөндә ҡан тапшырыу буйынса махсус акциялар үтә,  донорҙарҙы ла бүләкләйҙәр.

Әйткәндәй, 14 июндә Бөтә донъя донор көнө билдәләнә.

“Донор” латинсанан ”бүләк итеү” тигәнде аңлата.

18 йәштән өлкән, 50 кг-дан ауырыраҡ, яман шеш, туберкулез йә СПИД менән ауырымаған, һуңғы бер йылда тату яһатмаған, пирсинг эшләтмәгән, һуңғы 48 сәғәттә алкоголь эсмәгән һәм, әлбиттә, үҙен сәләмәт тойған кеше ҡан тапшыыра ала. Ҡатындарға ауырлы саҡта йә бала имеҙгәндә ҡан бирергә ярамай.

40 тапҡыр ҡан биргән йәки 60 тапҡыр плазма тапшырған кеше Рәсәйҙә почетлы донор була ала.

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренсә, даими ҡан тапшырыусылар башҡаларҙан (уртаса статистик кешенән) биш йылға оҙағыраҡ йәшәй.

Бөгөн – донор көнө
Бөгөн – донор көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: