Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 12:07

Юл фажиғәләре - 18 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 37 эскән водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 18 апрель
Юл фажиғәләре - 18 апрель

Төндә Нефтекама ҡалаһында 38 йәшлек ир идара иткән "Hyundai Sonata" менән 68 йәшлек ир идара иткән "Daewoo Matiz" машиналары бәрелешкән. "Daewoo" водителе ауыр йәрәхәтләнгән. "Hyundai Sonata" водителе эскән булған (1,636 мг/л). 

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 18 апрель
Юл фажиғәләре - 18 апрель
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: