Был осорҙа урманда усаҡ яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау тыйыла. Шулай уҡ шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға ярамай(сөнки улар яндырғыс линза кеүек эшләп китеүе мөмкин).
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн иҫкәртеү йәки административ штраф һалына:
Граждандарға - 1 500-ҙән 3 000 һумға тиклем;
Вазифалы кешеләргә - 10 000-20 000 һум;
Юридик шәхестәргә (50 000-200 000 һум).
Урман янғыны асыҡланған осраҡта 8 (347) 218-14-14 номеры буйынса Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә йәки 8 (800) 100-94-00 телефоны буйынса урман һағының берҙәм телефонына шылтыратырға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.