Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 18:06

"Яҡынығыҙ бәләгә тарыны"

Салауат ҡалаһында йәшәгән 91 йәшлек әбейҙе муттар "Яҡынығыҙ бәләгә тарыны" тигән схема буйынса алдап, 100 мең һум аҡсаһын урлаған.

"Яҡынығыҙ бәләгә тарыны"
"Яҡынығыҙ бәләгә тарыны"

Уның стационар телефонына билдәһеҙ ҡатын - ялған "полиция хеҙмәткәре" - шылтыратып, ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң дауаханала ята, медицина ярҙамын күрһәтер өсөн тиҙ арала 100 мең һум аҡса талап ителә, тип хәбәр иткән. Балаһы өсөн ныҡ борсолған әбей ҡыҙына шылтыратып белешер урынға тейешле сумманы йыйып, кәрәк-яраҡты әҙерләп, аҡса менән пакетты билдәһеҙ иргә биреп сығарған.

Ир сығып китеү менән өләсәһенә ейәнсәре ҡунаҡҡа килгән. Был мәлдә өләсәһе һаман телефон аша билдәһеҙ ҡатын менән һөйләшкән була. Ҡыҙ трубканы алғас, уларға адвокат менән осрашыр өсөн йәһәт кенә медицина учреждениеһына килергә ҡушалар.

Дауаханаға килгәс, унда яҡындарының ятмауы асыҡлана. Шунан һуң ғына пенсионерка ҡыҙына шылтыратып, алданыуҙарын аңлай...

Был факт буйынса енәйәт эше асылып, муттарҙы эҙләйҙәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: