Чат-бот ярҙамында Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүҙең статусын белергә, мөрәжәғәт статусы үҙгәргән осраҡта, ҡабул итеүгә яҙылырға йәки алдан яҙылыуҙы кисектерергә мөмкин. Шулай уҡ һанлы сервис Күп функциялы үҙәк офистарының адресын һәм уларҙың эш графигын асыҡларға мөмкинлек бирә.
- Был – ҡулланыуҙа ябай электрон ресурс, уның менән теләгән һәр кем уңайлы ваҡытта, тәүлек әйләнәһенә файҙалана ала, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәгенең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алырға йәки «Минең документтарым» рәсми сайтында mfcrb.ru яҙылырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефондар: +7 (347) 246-55-33/ +7 (927) 3333 100, «Минең документтарым» мобиль ҡушымтаһы аша.