Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 10:20

Ун бала әсәһеҙ ҡалды

Һыу һаҡлағысындағы ҡот осҡос фажиғәгә бәйле тулыраҡ мәғлүмәттәр билдәле булы.

Ун бала әсәһеҙ ҡалды
Ун бала әсәһеҙ ҡалды

 Ейәнсура районында, 18 апрелдә, көндөҙ Күгәрсен ауылы янында автомобиль Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп китә. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, иҫерек ҡатын иҫән ҡалған, ләкин уның өс пассажиры вафат булған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 1974 йылғы ҡатын иҫән ҡалған. 1969, 1973, 1986 йылғы пассажирҙар һәләк булған.

«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының 77-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡ менән бергә һыуға батҡан машинаны арҡан менән эләктерә, һуңынан трактор уны ярға һөйрәп сығара», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Хәл - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролендә.

Билдәле булыуынса, ун бала әсәһеҙ ҡалған. Һәләк булған 53 йәшлек ҡатындың - биш балаһы, 36 йәшлектең - икәүһе һәм 49 йәшлек ҡатындың - өсәүһе. Иҫән ҡалған 48 йәшлек водитель ҡатындың да өс балаһы бар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, дүртәүһе лә һыу һаҡлағыс янында урынлашҡан бер кафела эшләгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: