Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 17:08

Төп маҡсат — «Алға» иҡтисади биләмәһен үҫтереү

Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисадҡа яңы ярҙам саралары булдырҙы. 

Төп маҡсат — «Алға» иҡтисади биләмәһен үҫтереү
Төп маҡсат — «Алға» иҡтисади биләмәһен үҫтереү

Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисадҡа ярҙам саралары тәҡдим итте, ул яҡынса 55 миллиард һумға баһалана. 

— План буйынса инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү ҡарала. Импортты алмаштырыу менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам күрһәтеләсәк. Дәүләт һәм муниципаль милектә булған биналарҙы ҡуртымға алыуға хаҡтарҙың артыуына мораторий ҡуйыла, — ти иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Шулай уҡ һалым льготалары, преференциялары булдырыла.

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең идарасы компанияһы, БР Үҫеш корпорацияһы үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.

— Бөгөн бизнесҡа ярҙам итеү мөһим. Яңы саралар «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Инвесторҙар аҡсаһын ышаныслы һала аласаҡ. Яңы проекттар, эш урындары булдырыуға, дөйөм республиканы үҫтереүгә яңы юлдар асыла, - ти корпорация директоры Наил Ғәббәсов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: