РФ Президенты Владимир Путин социаль ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү өсөн 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә 1 апрелдән айлыҡ түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай.
Бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы кимәленән артмаҫҡа тейеш.
Түләүҙең күләме - бала өсөн йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 проценты. Пособиеның төп күләме - бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы.
Әгәр балаға төбәк йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә билдәләнә.
«Май айында пособие юллағанда аҡса апрель өсөн дә күсерелә», - тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Пособиеға ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Социаль ярҙам сараһы Пенсия фонды йүнәлеше буйынса бирелә.
Фото:gazetaingush.ru