Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 20:51

Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

Республика Хөкүмәтендә бөгөн үткән ултырышта белдереүҙәренсә, планда 65 сара билдәләнгән.

Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды
Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

- Беҙ иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармағын кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. «Молодые профессионалы (Worldskills Russia)» Милли чемпионат һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, беҙҙә үҫеш потенциалы бар. Шуға ла 2022 йылды Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан иттек, - тине Андрей Назаров.

Планда күрһәтелгән саралар араһында һөнәри уҡыу йорттарының матди базаһын яңыртыу буйынса конкурс та бар. Уға ярашлы, биш колледжға 30-ар миллион һум грант биреү ҡаралған. Шулай уҡ программаға урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыуға 850 миллион һум аҡса бүлеү тураһында пункт индерелгән.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды
Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: