Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 17:05

Мәктәптә балалар телефон менән ҡуллана алмаясаҡ

Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов, уҡыусылар кеҫә телефонын мәктәпкә йөрөтә ала, ләкин уны дәрестә ҡулланыу ярамай, тип белдерҙе. 

Мәктәптә балалар телефон менән ҡуллана алмаясаҡ
Мәктәптә балалар телефон менән ҡуллана алмаясаҡ

"Минең ҡарашҡа, ата-әсәгә баланың ҡайҙа йөрөгәнен белеү мөһим, әммә бала дәрестә саҡта уның кеҫә телефонын һүндерергә йәки эргәгә һалырға мөмкин, тип иҫәпләйем", - тине министр.

Мәктәпкә ингәндә уҡыусылар телефонын тапшырырға тейешме, тигән һорауға ведомство етәксеһе, был йәһәттән һәр мәктәп үҙ аллы ҡарар ҡабул итә ала, тип яуапланы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: