-12 °С
Болотло
«Инәһеҙ ҡалған айыу балаһы Тишка хәҙер – Өфө ҡалаһы янындағы «Әлшәй» һунарсылыҡ хужалығында. Һунарсылар хәбәр итеүенсә, Тишка үҫә, ҡыштан һуң үҙен яҡшы тоя. Уны күҙәтеп, үҙ аллы тормошҡа әҙерләүҙәрен дауам итәләр», – тип яҙа ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылда Йылайыр районы Кананикольский ауылында йәшәгән бер ғаиләнең ихатаһына хәлһеҙләнгән айыу балаһы үҙе килгәйне. Урындағы халыҡ уның инәһен браконьерҙар үлтергән, тип иҫәпләй.
Фото: Т. АМАНОВ.