Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 09:18

Хакимиәт ултырыштарында башҡортса сығыш яһау практикаһы дауам итә

Кисә Дүртөйлө районы хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Мәскәү ауыл советы башлығы Динар Хөснөтдинов башҡорт телендә сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр райондан. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәре нигеҙендә Рәсәй гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу - быларҙың барыһы ла «Мәҙәниәт» милли проектында күҙ уңында тотола.

Хакимиәт ултырыштарында башҡортса сығыш яһау практикаһы дауам итә
Хакимиәт ултырыштарында башҡортса сығыш яһау практикаһы дауам итә
Мәскәү ауылы «Айыҡ ауыл - 2021» республика конкурсының район этабында ҡатнашып, еңеү яулаған һәм әле республика конкурсында район намыҫын яҡлай. Динар Заһит улы уның биләмәһендә уҙғарылған саралар тураһында һөйләне.  Йыл дауамында төрлө кәңәшмә, сара, осрашыуҙар ойошторолған. Был изге эштә ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмаһы: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтайҙар, диндарҙар әүҙем ҡатнашҡан.
Ауыл халҡы сәләмәт тормош яҡлы. Бында спорт менән дә дуҫтар. ППМИ программаһында ҡатнашып, балалар майҙансығы ҡуйғандар, һыу башняһын, мәктәп тәҙрәләрен алмаштырғандар, мосолман зыяратын кәртәләгәндәр, янғын гидрантын урынлаштырғандар.
 
Фото һәм сығанаҡ: Дүртөйлө районы хакимиәте.
Хакимиәт ултырыштарында башҡортса сығыш яһау практикаһы дауам итә
Хакимиәт ултырыштарында башҡортса сығыш яһау практикаһы дауам итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: