Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 16:20

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөгөн Өфөнән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына бишенсе гуманитар ылау китте. Уны оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе ҡатнашты һәм ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

- Беҙ күптән Донбасҡа ярҙам ҡулын һуҙҙыҡ һәм туҡтарға йыйынмайбыҙ. Бөгөн Өфөнән ЛНР-ға һәм ДНР-ға иҫәп буйынса бишенсе гуманитар конвой китте. Бөтәһе 600 тоннаға яҡын йөк, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ, төҙөлөш материалдары оҙаттыҡ.

Туғандаш республикаларыбыҙға мотлаҡ ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ, бының өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Республиканың эре предприятиелары етәкселәре беҙгә бик яҡшы ярҙам итә. Мин бының өсөн уларға бик рәхмәтлемен.

Ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, мөһим йөктө илтеп тапшырған водителдәргә айырым рәхмәт әйткем килә. Гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам иткән ойоштороусыларға һәм республиканың барлыҡ битараф булмаған кешеһенә рәхмәт белдерәм.

Ошо ҡатмарлы көндәрҙә беҙ – бергә, берләштек. Һәм был – иң мөһиме.

Хәйерле юл! – тине Радий Хәбиров үҙ сығышында.

Гуманитар ярҙам күрһәтеүселәргә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Советының Генераль секретары Андрей Турчактың Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: