Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 09:15

Дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Дауалау өсөн һалым ҡайтармаһын алыу өсөн медицина хеҙмәттәре өсөн түләү тураһындағы белешмәләр ҙә етә. Шул уҡ ваҡытта килешеүҙе һәм чектарҙы һаҡлау мотлаҡ түгел. Ләкин дарыуҙар өсөн ҡайтарма алыу өсөн чектар ҙа кәрәк буласаҡ. Тағы ла рецепт талап ителә.  

Дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

 

Дауалау өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Дәүләт дауаланыуға һәм дарыуҙар һатып алыуға, ДМС килешеүе төҙөүгә, белем алыуға һәм физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә, ирекле пенсия страховкалауына һәм ғүмерҙе страховкалауға тотонолған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарып бирә ала. Быларҙың барыһы ла - социаль һалым ҡайтармаһы.

Күпме ҡайтаралар?

Һалым ҡайтармаһы һеҙ түләгән НДФЛ-ға ҡарап түләнә.

Йылына 15 600 һумға тиклем аҡсаны (йәғни һалым ҡайтармаһы өсөн иң ҙур сумма 120 000 һумдан 15 процент) кире ҡайтарырға мөмкин. Быға дауаланыу ҙа (ҡиммәтлеләренән тыш), белем алыу ҙа, спорт та (башҡа социаль ҡайтармалар) инә.

 

Ҡиммәтле дауаланыу процедуралары өсөн һалым ҡайтармаһы ысынбарлыҡтағы сығымдар күләменә ҡарап, йәғни 120 000 һумдан артыҡ булғанда түләнә. Ул башҡа социаль һалым ҡайтармалары менән бергә ҡушылмай.

 

Шуныһы мөһим: һалым ҡайтармаһын өс йыл дауамында рәсмиләштерергә мөмкин. Әгәр социаль ҡайтарма аҡсаһын йыл дауамында файҙалана алмаһағыҙ, ҡалған өлөшө киләһе йылға күсерелмәй.

Аҡсаны үҙегеҙ дауаланған өсөн, шулай уҡ тормош иптәшегеҙҙе, ата-әсәйегеҙҙе һәм 18 йәшкә тиклемге балаларығыҙҙы дауалаған өсөн кире ҡайтарта алаһығыҙ.

 

Тотоп ҡалынған аҡсаны һалым инспекцияһынан йәки эш биреүсенән алырға була. Тағы ла шуныһы, эш биреүсе һеҙгә тейешле аҡсаны ҡайтарып бөткәнгә тиклем НДФЛ тотоп ҡалмаясаҡ.

 

Һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин булған медицина хеҙмәттәренең тулы исемлеген ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: http://ivo.garant.ru/#/document/73863722/paragraph/14:0

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: