Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 10:04

Беҙҙеке – беренсе!

Константин Толкачев Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында беренсе урында тора.

Беҙҙеке – беренсе!Беҙҙеке – беренсе!
Беҙҙеке – беренсе!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының 2022 йылдың март айына ҡарата мәғлүмәттәре буйынса Волга буйы федераль округы субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында – беренсе урында, ә Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында бишенселә, тип хәбәр итә Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

“Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 76 меңдән ашыу сығанаҡты берләштерә. Унда телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре иҫәпкә алына.

Беҙҙеке – беренсе!
Беҙҙеке – беренсе!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас