Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 10:09

Бөгөн – халыҡ-ара умырзая көнө

Был сәскә ҡыштың бөтөүен, яҙҙың килеүен, йылылыҡты символлаштыра. Иртә яҙҙан ҡар аҫтынан тиерлек ҡалҡып сыға ул. Башҡа сәскәләр был батырлыҡты әллә ни ҡабатлай алмай.

Бөгөн – халыҡ-ара умырзая көнө
Бөгөн – халыҡ-ара умырзая көнө

Баҡһаң, был иҫтәлекле датаны 1984 йылда уҡ инглиздәр булдырған. Умырзая уларҙа апрель урталарында сәскә ата икән. Ә донъяла, климат шарттарына ҡарап, ғинуарҙан апрелгәсә сәскә ата.

Умырзая элегерәк бик күп булған. Әммә кеше артыҡ тәләфләгәнгә хәҙер юғалыу хәүефе бар. Хатта умырзаяны һатҡанға штраф та түләтәләр.

Планетала умырзаяның 18 төрө бар, шулай уҡ ике гибриды ла осрай. Рәсәйҙә тиҫтәләбе үҫә.

Һаҡлайыҡ был матур сәскәне, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә, әйҙә, үҫкән ерендә ҡалһын! Ҡарап ҡына һоҡланайыҡ!

Бөгөн – халыҡ-ара умырзая көнө
Бөгөн – халыҡ-ара умырзая көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: