Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 14:00

Һаулығығыҙҙы тикшереп ҡалығыҙ!

Башҡортостандың хатта иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр республика клиникалары врачтарында тикшереү үтә һәм дауалана ала.

Һаулығығыҙҙы тикшереп ҡалығыҙ!
Һаулығығыҙҙы тикшереп ҡалығыҙ!


«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тәүге тапҡыр 2019 йылда сәләмәтлек поездары аша башланды. Акция һорау менән файҙалана - уның менән ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта.

Автопоездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, ФАП-тар һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре бар.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алты йүнәлеш буйынса Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттарын әҙерләгән. Улар Башҡортостандың күп ауылдарын медицина тикшереүенә йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

 

Сығанаҡ: Аңлатабыҙ, Башҡортостан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: