Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 11:50

"Апимондия" урынына - "АпиДонъя"

    8-10 сентябрҙә  Өфөлә «АпиДонъя» форумы уҙасаҡ. 

"Апимондия" урынына - "АпиДонъя"
"Апимондия" урынына - "АпиДонъя"

«Умартасылыҡ ассоциациялары өсөн һәйбәт яңылыҡтар бар. Беҙ үҙебеҙҙең «АпиДонъя» халыҡ-ара форумына әҙерләнә башлайбыҙ. Был яңылыҡты күптәр көткәндер. Беҙ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, һәм улар бындай ҙур сараны үткәреүҙә беҙҙе хупланы. РФ Ауыл хужалығы министрлығы проекттарыбыҙ һәм яңы башланғыстарыбыҙ буйынса ҙур ярҙам күрһәтә.

   8-10 сентябрҙә Өфөлә «АпиДонъя» форумы уҙасаҡ. Мәртәбәле сарала ғалимдарҙың һәм тикшеренеүселәрҙең халыҡ-ара конгресын уҙғарасаҡбыҙ. Форум илдә умартасылыҡ буйынса тәжрибә уртаҡлашыу урыны, ғилми һәм күргәҙмә базаһына әйләнәсәк. «АпиМир» Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ илдәрҙән бал етештереүселәрҙе, технологтарҙы, ғалимдарҙы, ҡортсоларҙы йыя. Ошо сараға әҙерлек барышында республикала балдың һәм бал ҡорто ризыҡтарының сифатын баһалау буйынса лаборатория асырға ниәтләйбеҙ», – тип яҙа  БР Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: