Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2022, 16:35

Ҡабат асылыуы ихтимал

Китеүселәр кире килергә теләй. Сит ил компанияларын әйтәм. “Икеа” етәкселеге магазинды асырға уйлай. Тик рөхсәт бирербеҙме?

Ҡабат асылыуы ихтимал
Ҡабат асылыуы ихтимал

Швецияның был магазины 4 мартта ябылғайны. Көнбайыш менән дуҫлыҡ ҡаҡшаны бит. Ябыҡ магазиндар өс айға хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләп тора. Был ваҡыт 1 июндә бөтә. Бәлки, шул саҡта асылыр ҙа. Бәлки, асылмаҫ та. Үҙгәрештәр артынан эйәреп өлгөрөп булмай.

Ә бына элек алынған тауарҙы алмаштырырға мөмкин. Уның өсөн махсус бүлектәр эшләйәсәк. Май байрамдарынан һуң, алмаштырырға була.

Фото: pixabay.com

Ҡабат асылыуы ихтимал
Ҡабат асылыуы ихтимал
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: