Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 14:32

Юл фажиғәләре - 17 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, 11 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 49 эскән водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 17 апрель
Юл фажиғәләре - 17 апрель

Кисен етенсе яртыла Ауырғазы районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 82-се саҡрымында, "ГАЗель Next" автобусының тәгәрмәсе шартлап, автобус электр бағанаһына барып бәрелгән дә, түңкәрелгән. Аварияла өс пассажир йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған (салонда 19 пассажир булған).

Илеш районында иртәнге сәғәт ундар тирәһендә ҡапма-ҡаршы килгән "Renault Sandero" менән "Volkswagen Polo" бәрелешкән. "Volkswagen"дан 38 йәшлек пассажир ҡатын дауаханала йән биргән. 

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 17 апрель
Юл фажиғәләре - 17 апрель
Юл фажиғәләре - 17 апрель
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: