Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 12:00

Ябығам, тиһәң...

Көндәр йылынғас, кемдең генә матур күренгеһе килмәһен инде! Бигерәк тә артыҡ ауырлыҡ менән интегеүселәр хафалана башлай. Уларға ошондай коктейль яһап эсергә кәңәш ителә.

Ябығам, тиһәң...
Ябығам, тиһәң...

Коктейль яһау өсөн 200 грамм кефир (майлылығы кәмерәк булған һайын яҡшыраҡ), 2 сәй ҡалағы дәрсен (корица), төшө алынған 3 – 4 ҡара емеш кәрәк буласаҡ. Барыһын да блендер менән ваҡлағыҙ. Был эсемлекте көнөнә 1 – 2 тапҡыр эсергә кәрәк.
Кефир һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшырта, шулай уҡ йыйылған токсиндарҙы һәм эшкәртелгән аҙыҡтарҙы сығарырға булышлыҡ итә. Дәрсен асығыуҙы баҫа, майҙарҙы тарҡата.

Ҡара емеште көндәлек рационға индереү артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә.  Сөнки ул матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, холестеринды кәметә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: