Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 12:05

Ҡурай еләге мул уңыш бирһен өсөн

Ҡурай еләгендә ҡоротҡос бөжәктәр булмаһын тиһәгеҙ, гәрсис (горчица) менән эшкәртегеҙ.

Ҡурай еләге мул уңыш бирһен өсөн
Ҡурай еләге мул уңыш бирһен өсөн

Оҙонморон (долгоносик) ҡуңыҙы ҡурай еләгенең йәш  япраҡтары һәм сәскәһе менән туҡлана.  Бындай ҡоротҡостар ҡыуаҡты баҫып алһа, уңыш та булмай.  Ғәҙәттә, улар ҡышты ҡороған япраҡтар аҫтында ҡышлай. Көн йылытыу менән сыға башлайҙар.

Ҡурай еләге япраҡ яра башламаҫ элек уны ябай гәрсис иретмәһе менән эшкәртегеҙ. 20г порошокты 10 литр йылымыс һыуҙа иҙергә һәм пульверизатор менән һиптерергә кәрәк.  Ағастар япраҡ ярғанда һәм сәскәгә бөрөләнгәндә быны айына ике мәртәбә башҡарыу талап ителә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: