Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 14:05

Ураҙа тотоу еңел булһын өсөн

Ураҙа тотҡанда өҙлөкмәҫ өсөн табиптар түбәндәгеләрҙе кәңәш итә:   * Медицина күҙлегенән ҡарағанда, ауырыуҙың ҡатмарлы формалары булғандарға ураҙа тотоу кәңәш ителмәй. *Көнөнә өс тапҡыр дарыу эсергә кәрәк икән, ураҙаны ҡалдырып тороғоҙ. * Организмды ас тороуға әҙерләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы ураҙалар тоторға, ашау күләмен кәметергә кәрәк. *Һыу-тоҙ алмашыныуын баланста тотоу өсөн ураҙа ваҡытында минералдар һәм витаминдар комплексы эсергә була. *Беҙҙең баш мейеһе менән мускулдарға глюкоза кәрәк. Шуға күрә углеводлы ризыҡтар, кипкән татлы емеш  ашағыҙ. *Сәхәрҙә кофе эсмәгеҙ. Ул файҙалы ла, зыянлы ла эсемлек. Организм хәлһеҙ икән, ул уны тағы ла хәлһеҙләндерә. *Ураҙаның беренсе көнө –стресс. Әммә ул файҙалы стресс. *Баш мейеһенә туйыу тураһында  сигнал 25-30 минуттан һуң ғына барып етә. Ауыҙ асҡанда ҡапыл күп ашамағыҙ. Ашҡаҙанға көс килер. Өҫтәл янынан еңелсә туймайынса китергә кәрәк. *Организмдың һыуһауына юл ҡуймағыҙ. Ауыҙ асҡандан һуң кис күберәк һыу эсегеҙ.   Ҡан ҡуйырмаһын өсөн тәүлегенә  ике литр һыу эсергә кәрәк.

Ураҙа тотоу еңел булһын өсөн
Ураҙа тотоу еңел булһын өсөн

Хроник сирҙәр киҫкенләшкән ваҡытта  ураҙа тоторға ярамай.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: