Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 11:10

Торлаҡ төҙөүҙә алдынғыбыҙ

Барығыҙҙың да йорто йә фатиры бармы? Шул тиклем етеҙ темптарҙа һәм күп итеп төҙөйбөҙ бит.

Торлаҡ төҙөүҙә алдынғыбыҙ
Торлаҡ төҙөүҙә алдынғыбыҙ

“Росстат” хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Торлаҡ» төбәк проектына ярашлы, 2022 йылдың беренсе кварталында 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 120 процент тәшкил иткән.

Республикабыҙ торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә үҙ позицияһын һаҡлауын дауам итә: Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – икенсе, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урын биләй.

Әйткәндәй, шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә дөйөм күләмдән 54,2 процент самаһы, йәғни 451,5 мең квадрат метр тура килә.

Фото: Пресс-служба Минстроя РБ

Торлаҡ төҙөүҙә алдынғыбыҙ
Торлаҡ төҙөүҙә алдынғыбыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: