Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 12:29

Сибай башлығы киткән?!

Рөстәм Афзалов Сибай хакимиәтен 2017 йылдан етәкләне. Ул яңыраҡ тыуған көнөн дә билдәләгәйне.

Сибай башлығы киткән?!
Сибай башлығы киткән?!

Әлегә Сибай мэры вазифаһын ваҡытлыса Гүзәл Ишемғолова башҡарасаҡ. Ул бығаса урынбаҫар булып эшләне. Рөстәм Афзалов БР Хөкүмәтенә эшкә алынған.

- Ил һәм республика алдында торған янауҙарға яуап биреү өсөн беҙ идара итеү көстәрен туплайбыҙ һәм яңы кимәлдәге сифатлы эш ойошторабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа ҡала советы ултырышында. – Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов дәүләт өлкәһендә етди эш мәктәбен үтте, муниципалитет башлығы вазифаһында бик күпте эшләне. Шуға күрә беҙ уны яңы эшкә саҡырырға булдыҡ.

Әлегә тәғәйен ҡайһы бүлеккә киләсәге билдәле түгел. 

Фото: vk.com

 

Сибай башлығы киткән?!
Сибай башлығы киткән?!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: