Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 13:56

Республикала яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде

Министр ҙа билдәле. Барыһы ла бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.

Республикала яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде
Республикала яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм Туризм буйынса дәүләт комитеттары берләштерелеп, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тип атала башланы. Министры - Рөстәм Афзалов. Ул бығаса Сибай ҡалаһы хакимиәтен етәкләне. 

Радий Хәбиров белдереүенсә, Афзалов Сибайҙа үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән һәм яңы министр булараҡ, уның һөнәри сифаттарына ҙур өмөттәр бағлана.

Туризм буйынса дәүләт комитетын Ринат Фәтҡуллин етәкләй ине, ә эшҡыуарлыҡ буйынсаһын - Нияз Фазылов. 

Әйткәндәй, Фазылов үрләтелде.

Фото: vk.com

 

 

Республикала яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде
Республикала яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: