Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 05:48

Радий Хәбиров Нуғай үткәргесе тураһында һөйләп үтте

Төбәк етәксеһе соцселтәрҙәргә һалған посында әйтелеүенсә, Зинин ауылы янындағы тимер юл аша үткәргес буйынса эштәр ҡыҙыу бара. Бында элек кешеләр сәғәтләп тығындарҙа торған булған.

Радий Хәбиров Нуғай үткәргесе тураһында һөйләп үттеРадий Хәбиров Нуғай үткәргесе тураһында һөйләп үтте
Радий Хәбиров Нуғай үткәргесе тураһында һөйләп үтте

 Әле төҙөүселәр өлөшләтә терәүҙәрҙе ҡуйып бөткән, тупраҡ күсереү буйынса эшләй. Ямғыр һыуын ағыҙыу системаһын һалыу, тимер юлын, СЦБ селтәрен күсереү бара. 

Р.Хәбиров әйтеүенсә, был үткәргес халыҡҡа бик мөһим, Нуғай ауылында күпләп йорттар һалына. Барыһы ла киләсәк өсөн эшләнә, шуға күрә төҙөлөш уңайһыҙлыҡтарына түҙергә кәрәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас