Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 15:54

Радий Хәбиров Әминә Шафиҡова менән нимә тураһында хыялланған?

“Төн, урман, симфоник оркестр...” тип башлана ул хыял.

Радий Хәбиров Әминә Шафиҡова менән нимә тураһында хыялланған?
Радий Хәбиров Әминә Шафиҡова менән нимә тураһында хыялланған?

Башҡортостан Башлығы оператив кәңәшмәлә “Шүлгәнташ” музейын асыуға әҙерлек тураһында һөйләне.

20 май менән 1 июнь араһында ҙур сара менән, ҡунаҡтар саҡырып, музейҙы асырға кәрәк.

«Әминә Ивний ҡыҙы, хыялыбыҙҙы иҫләйһегеҙме? Төн, урман һәм республикабыҙҙың симфоник оркестры иҫ киткес көйҙәр уйнай. Был республикабыҙҙың мәҙәни тормошо өсөн сағыу ваҡиғаларҙың береһе булырға тейеш», – тине  республика Башлығы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрына мөрәжәғәт итеп.

Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, әҙерлек эштәре әүҙем бара.

Фотола музейҙың тышҡы күренеше макеты.

Радий Хәбиров Әминә Шафиҡова менән нимә тураһында хыялланған?
Радий Хәбиров Әминә Шафиҡова менән нимә тураһында хыялланған?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: