Солтанбәк ауылында опекундар (попечителдәр), баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр республика конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Ул «Айыҡ ауыл» һәм "Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу" ("Демография" милли проекты) проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ойошторолған.
"Ғаиләлә йәшәү - бөйөк бәхет" конкурсында өс опекун ғаилә ҡатнашты: Солтанбәк ауылынан Ильясовтар һәм Факкаровтар, Асҡын ауылынан Сафиуллиндар ғаиләләре. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең дуҫ, берҙәм, ижади, эшһөйәр булыуын күрһәтте. Ильясовтар ғаиләһе - «Иң ижади ғаилә», Сафиуллиндар «Иң татыу ғаилә» номинацияларында еңде, ә Факкаровтар ғаиләһе еңеүсе булды һәм улар конкурстың республика этабында район исеменән сығыш яһаясаҡ.
Был конкурс өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Уның төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.