

Ҡарабойҙай – беҙҙең илдә киң ҡулланыла торған ярма. Һатыуҙа уның өс төрөн күрергә була: ҡабығы таҙартылған бөтөн ярма, ваҡланған ярма һәм йәшел ҡарабойҙай.
Парҙа эшкәртелгән ҡарабойҙай көрән төҫкә инә. Ул бутҡа бешереү өсөн яҡшы. Был диетик ярманан таралып торған тәмле бутҡа килеп сыға. Әммә термик эшкәрткәндә, файҙалы үҙенсәлектәре кәмей. Шуға аҡһылыраҡ төҫтәгеһен һайларға кәрәк. Парҙа эшкәртелмәйенсә әҙерләнгән ҡарабойҙай аҡһыл, һарғылт йәки йәшкелт төҫтә. Ул оҙаҡ бешә, тәме бар кешегә лә оҡшамаҫҡа мөмкин. Ваҡланған ярма тиҙ бешә.
“ Экстра” , “Юғары сортлы” тип ҡаптары тышына яҙылған ярмалар – маркетинг ысулы ғына. Иң файҙалы ярма – беренсе сортлы, ул аҡһылт төҫтә була. Ярманы өйгә алып ҡайтҡас полиэтилен ҡапсыҡтан һауытҡа бушатығыҙ. Ҡоротҡостар инмәһен өсөн 1-2 теш һарымһаҡ һалығыҙ. Духовкала киптерерп һалырға ла була. 1 йыл ғына һаҡларға кәрәк.
Уны ярмалар батшаһы, тип тә атайҙар. Ҡарабойҙай баҡыр, фосфор, кальций, цинк, марганецҡа бай. Ул иммунитетты нығыта, гемоглобинды күтәрә , ҡандағы шәкәр нормаһын көйләй, шлагтарҙы таҙарта.
Фото:traveltimes.ru