Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 14:07

Министрҙан - ярҙамсыға

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә байтаҡ ҡына тәғәйенләүҙәр тураһында әйтелде. Радий Хәбиров үҙенә ярҙамсы ла алды.

Министрҙан - ярҙамсыға
Министрҙан - ярҙамсыға

Быға тиклем БР экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры булып эшләгән Урал Искәндәров Башлыҡ ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров уны шәхсән саҡырған.

«Мне нужен был человек, который хорошо знает республику, профессиональный юрист, полагаю у меня в кои-то веки появится сильный эффективный помощник», - тип аңлатты Радий Фәрит улы.

Министрлыҡ "башһыҙ" ҡалмаған, әлегә "вазифа башҡарыусы" статусы менән Нияз Фазылов эшләйәсәк. Ул, алдан яҙыуыбыҙса, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетын етәкләй ине.

Фото: vk.com

 

Министрҙан - ярҙамсыға
Министрҙан - ярҙамсыға
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: