-1 °С
Ҡар
Төп маҡсат – урманға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәмәғәтселек иғтибарын урман фонды территорияһында урман ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү проблемаларына йәлеп итеү.
Республиканың һәр муниципалитетында ағас ултыртыу буйынса саралар үткәреү өсөн дөйөм майҙаны 110 гектар тәшкил иткән 61 урман участкаһы һайлап алынған. 450 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана.
Акцияла ҡатнашыу өсөн садпамяти2022.рф сайтына инегеҙ һәм картала урын һайлағыҙ. Ултырыу көнө һәм ваҡыты хаҡында ентекле мәғлүмәт, шулай уҡ координатор менән бәйләнеш өсөн телефон күрһәтелгән.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.