Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 15:35

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты тиҙҙән быйылғы миллионынсы пассажирын ҡабул итәсәк

Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә "Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдереүенсә, пассажирҙар һаны ҡырҡа артҡан. Киләләрме, ҡайталармы?..

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты тиҙҙән быйылғы миллионынсы пассажирын ҡабул итәсәк
"Өфө" халыҡ-ара аэропорты тиҙҙән быйылғы миллионынсы пассажирын ҡабул итәсәк

Беренсе кварталда аэропорт аша 826 мең кеше үткән. Ошо аҙнала миллионынсы пассажирҙы көтәләр. 

Әйткәндәй, былтыр тәүге кварталда терминалдарҙан үткән кеше һаны, быйылғыға ҡарағанда, 23 процентҡа әҙ булған.

Күҙаллауҙарынса, быйыл аэропорт пассажирҙары һаны 3,4 миллион буласаҡ. Үтеп китмәһә әле...

Радий Хәбиров аэропортты архитектур яңыртыуҙы тамамларға ҡушты. Һәр хәлдә Өфөнөң 450 йыллығына тулыһынса әҙер булырға тейеш.

 

 

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты тиҙҙән быйылғы миллионынсы пассажирын ҡабул итәсәк
"Өфө" халыҡ-ара аэропорты тиҙҙән быйылғы миллионынсы пассажирын ҡабул итәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: