Өфө аэропортындағы полицияның дежур бүлегенә “Иркутск - Өфө” самолетына хоҡуҡ һаҡсылары ярҙамы талап ителеүе тураһында хәбәр килә.
Билдәле булыуынса, һауа судноһының ике пассажиры үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен боҙған . Өфөнән 29 йәшлек һәм Волгоград өлкәһенән 33 йәшлек иҫерек ирҙәр экипажды кәмһеткән. Бынан тыш, беренсе пассажир авиакомпания мөлкәтенә зыян килтергән, ә икенсеһе бәҙрәфтә тәмәке тартҡан.
Транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы тикшереү өсөн Өфө аэропортының полиция бүлегенә алып барған.
29 йәшлек гражданға Рәсәй Енәйәт кодексының 167-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала.
Әлеге ваҡытта килтерелгән зыяндың хаҡы баһалана. Шулай уҡ полицейскийҙар 33 йәшлек пассажирға ҡарата ла ике протокол төҙөгән.
Фото: Т. Аманов