Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 12:20

Дуҫын вәхшиҙәрсә үлтереп, мейестә яндырған

Енйәтсене оҙаҡ ваҡытҡа хөкөм иткәндәр.

Дуҫын вәхшиҙәрсә үлтереп, мейестә яндырған
Дуҫын вәхшиҙәрсә үлтереп, мейестә яндырған

Башҡортостанда 45 йәшлек ир дуҫын аяуһыҙ рәүештә үлтергән һәм уның 500 мең һум аҡсаһын үҙләштергән.

Ҡот осҡос хәл Сорғотта коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең береһендә булған. Башҡортостандан барып эшләүсе ир дуҫы менән алкоголле эсемлек эскән. Һуңынан ирҙәр бурыс арҡаһында һүҙгә килешкән. Тәүгеһе бысаҡты эләктереп, дуҫының күкрәгенә  сәнскән. Йәрәхәтләнеүсе шунда уҡ йән биргән.

Енйәтсе дуҫының мәйетен тураған һәм мейестә яндырған. Уның телефоны  аша банк иҫәбенән 500 мең һум аҡсаһын үҙенекенә күсергән.  Һуңынан Өфөгә юлланған. Бер ай үткәс, уны тәртип һаҡсылары ҡулға алған.

Билдәле булыуынса, ирҙе 11 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатҡандар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: