Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, тәбиғәте, халҡы, иҡтисады, тарихы менән был ике районға Башҡортостанда тиңләшеүсе юҡ. Ут күрше булһалар ҙа, Баймаҡ менән Әбйәлил ғүмер буйы бер-береһе менән ярышып, сәмләшеп йәшәй. Өҫтәүенә был ике район "Йәшлек"тең тоғро дуҫтары ла - гәзитебеҙҙе алдырыусылар бихисап күп. Ошо ике районда йәшәүселәр, тыуып үҫкәндәр, был ике төбәккә йылы хистәре булғандар араһында ике районды ярыштырырға булдыҡ.
Комментарийҙарҙа күп төрлө фекерҙәр яңғыраны. Кемдер хупланы, бәғзеләр әрләне. Ярҙам итергә ашығыусылар булды, ярҙан этергә әҙерҙәр ҙә осраны. Тик төркөмөбөҙгә 4500-гә яҡын яңы дуҫ өҫтәлеүе ике район халҡының әүҙем булыуын күрһәтте. Ошоно күҙ уңында тотоп һәм тауыштарҙың бер иш тиерлек булыуын иҫәпкә алып (Баймаҡ - 4800, Әбйәлил - 4834), ике районды ла еңеүсе итергә булдыҡ. Дуҫлыҡ еңде.
Ярыштың шарты буйынса еңеүсе төбәккә "Йәшлек"тәр барып репортаж яҙырға тейеш ине. Әлеге ваҡытта хәбәрсе Сажиҙә Лотфуллина Сибай ҡалаһында командировкала, бер юлы Баймаҡ районы ауылдарында ла буласаҡ. Ә Баныу Ҡаһаһарманова иһә ошо арала Әбйәлилгә сығасаҡ.