Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 19:50

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге мебель кластеры асылды

Ул ил иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк.

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге мебель кластеры асылды
Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге мебель кластеры асылды

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

– Илдәге тәүге мебель кластеры тап беҙҙә асылды. Күптәр өсөн Башҡортостан – нефть һәм газ төбәге. Беҙ республикала иҡтисадтың башҡа өлкәләрен үҫтереү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Кластер федераль статусҡа эйә, йәғни бөтә Волга буйы федераль округына эшләйәсәк. Әле беҙгә башҡа төбәктәр ҙә ҡушылырға йыйына. Һәм был бик шәп, – тине Радий Фәрит улы.

Мебель кластеры Туймазылағы «Корона» предприятиеһында урынлашҡан. Ул 11 предприятиены –  йомшаҡ мебель, фурнитура һәм башҡа мебель өлөштәрен етештереүселәрҙе берләштерә. Шулай уҡ проектта БР Үҫеш корпорацияһы, «ПромЦентр» технопаркы, Өфө урман техникумы ҡатнаша.

– Рәсәй министрлығы беҙҙең эште хупланы. Хәҙер электрон кластер булдырырға кәрәк. Әле уны әҙерләйҙәр, ябайлаштырып әйткәндә, был – юғары сәнәғәт.

Туймазы предприятиеһы һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта барлыҡ эштәр планға ярашлы бара. Бер нисә компания ҡушылыра теләк белдергән. Етәксе Хөкүмәт ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: