Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 11:15

Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

Быйыл 39-сы тапҡыр билдәләнә торған дата. Уның маҡсатын былай ҙа аңлайһығыҙҙыр – тарихы булған һәр нәмәне һаҡларға кәрәк.

Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегендә Рәсәйҙән өс тиҫтәләп объект бар. Шулай уҡ илебеҙҙә федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге 150 мең мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә.

«Об объектах культурного наследия (памятниках истории и культуры) народов Российской Федерации» тигән Федераль законға (2002 йылдың 25 июнендә сыҡҡан, N 73-ФЗ) ярашлы, һаҡлау, ҡулланыу, тәрбиәләү тәьмин ителергә тейеш. Әммә был ҡанун гел генә эшләмәй. Һәйкәлдәр, тарихи урындар аяуһыҙ зыянлана, хатта юҡ ителә. Эксперттар асыҡлауынса, йыл һайын беҙҙә 200-ләп тарихи һәм мәҙәни һәйкәл юҡҡа сыға.

Әйткәндәй, Мәскәү Кремле Таж Махал, Стоунхендж, Ҡытай стенаһы кеүек донъя тарихи һәйкәлдәре менән бер рәттә тора.

Фото: Юлай Кәримов (Өфөләге бәләкәй һәйкәлдәрҙең береһе).

Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: