-10 °С
Болотло
4-5 банан, 100 мл һөт, 5 – 6 ҡалаҡ он, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр, тоҙ, аш һеркәһендә һүндерелгән сода, көнбағыш майы кәрәк.
Һөткә йомортҡа , шәкәр, сода, он һалып туҡырға. Шыйыҡ ҡамыр эшләргә лә, бананды түңәрәкләп эшләп, ошо клярҙа манырға . Һуңынан ҡыҙған майҙа бешереп алырға. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин. Сәйгә бик тәмле ризыҡ килеп сыға.
Фото: attuale.ru