Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2022, 10:40

Алай ҙа ЦУР бар...

Благовещенда йәшәгән Наталья Фазылова Д.Бедный урамындағы 35-се йорт ҡаршыһында люкты ябығыҙ тип соцселтәрҙәргә яҙған. Ялыуҙы шунда уҡ ЦУР системалары эләктерә лә һалған.

Алай ҙа ЦУР бар...
Алай ҙа ЦУР бар...

Шул көндө үк райондың УСБ хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса плитә менән ҡаплаған, аҙаҡ ҡапҡас менән ныҡлап япҡан.

 Баҡтиһәң, канализация люктарына бәйле хәл оло проблема икән. Кешеләр ҡоҙоҡҡа һыу аҡһын тип уларҙы яҙғыһын асып ҡуя. Ҡапҡастарҙы урлап, "чермет"ҡа тапшырыусылар ҙа күп. 

Әгәр ҙә люк асыҡ торһа 112 телефоны буйынса шылтыратып әйтегеҙ. Асыҡ ҡоҙоҡ хәүеф менән янай!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: