Республиканың ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, авария урындағы ваҡыт буйынса киске 7-се яртыла Ауырғазы районында Өфө-Ырымбур трассаһының 82-се саҡрымында булған. Яҡынса фаразлауҙарынса, 19 пассажир ташыған «Газель» автобусының тәгәрмәсе шартлаған. Водитель автобус менән идара итә алмайынса юл ситенә сығып осҡан һәм түңкәрелгән. Һөҙөмтәлә 19 пассажирҙың 3-өнә медицина ярҙамы талап ителгән - улар дауаханаға оҙатылған. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы тикшерелә, сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов