Мәҫәлән, антистресс-гель йәки ванна өсөн күбек. Барыбер йыуынырға кәрәк, шулаймы? Бында “ике ҡуяндың ҡойроғон” тоторға була – таҙарынаһығыҙ ҙа, махсус гель менән стресты ла “йыуып” төшөрәһегеҙ.
Стресҡа ҡаршы буяу. Оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй, биш минутта ла әллә күпме майҙанды буярға мөмкин, ти белгестәр. Һатыу нөктәләренән “Раскраска антистресс” тип эҙләгеҙ.
Тынысландырыусы эфир майҙары ҡатнашмаһы ла бик файҙалы. Уны йоҡо бүлмәһенә ҡуйығыҙ.
Тағы бер нәмә – pop-it. Көслө стресс ваҡытында йыш ҡына ҡул-аяғыңды ҡайҙа итергә белмәйһең. Кемдер сәстәрен һелкетә, кемдер балдағын әйләндерә, ә кемдер тырнаҡтарын кимерә. Рop-it тигән махсус “уйынсыҡ” тынысландырыр. Тик саманан ашмағыҙ.
Кэролайн Лиф тигән табиптың «Стресты кәметеү өсөн 101 алым» китабы ла бар.