+16 °С
Болотло
Стәрлетамаҡтағы ғаиләләрҙең береһендә бәхетһеҙ хәл теркәлгән. «Башинформ»ға медицина өлкәһендәге сығанаҡ 15 апрелдә кискеһен ете айлыҡ сабыйҙың пульсы һиҙелмәй башлауы тураһында хәбәр итте. Баланың туғандары шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. Ғаилә йәшәгән фатирға килгән табиптар баланың үлемен раҫлаған.
«Сабыйҙың кәүҙәһен үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһына ебәрҙеләр. Үлемдең сәбәбе - тыумыштан булған уртаса ауырлыҡтағы ике яҡлы пневмония», - тип хәбәр итте мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Фото: Т. Аманов