Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙың ҡайҙа йөрөгәнлеген һәр ваҡыт күҙәтегеҙ. Уларҙың йылға-күл буйҙарына барып, боҙ өҫтөндә йөрөүҙәре, ҡуша ағыуҙары ла мөмкин. Был бик ҙур хәүеф менән янай.
Яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ: боҙ киткәндә һал, таҡталарҙа, бүрәнәләрҙә йөҙөү, боҙҙан боҙға һикереү ныҡ ҡурҡыныс! Текә яр ситенә барыу ҙа хәүефле - уның теге яғы йыуылып, ишелеүе мөмкин. Күпер, яр буйы кәртәһенән ныҡ эйелеп ҡарап төшөп китмәһендәр.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!