Баш ҡаланың Октябрь районында республика Башлығы йәмәғәт киңлектәре, төрлө архитектура объекттары һәм биналар өсөн таштан изделиелар проектлауға, әҙерләүгә һәм монтажлауға махсуслашҡан «Башкирские самоцветы» компанияһының етештереү майҙансығында булды. Атап әйткәндә, белгестәр Совет майҙанында урынлашасаҡ Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле өсөн 13 метрҙан ашыу бейеклектәге колоннада проектын эшләй.
Радий Хәбиров төҙөүселәргә уңышлы эшләүҙәрен теләне һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙы әлеге йылдың 11 октябренә, Республика көнөнә, күҙаллауҙарын хәтергә төшөрҙө.
Артабан Радий Хәбиров «Астра – спорт биләмәһе» спорт кластерында урынлашҡан «Астра Арена» боҙ майҙансығын – заманса ябыҡ һырғалаҡты ҡараны. Был Башҡортостанда шәхси инвестицияларға бойомға ашырылған тәүге бындай проект. Уның инициаторы – республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе Венер Ғимазетдинов.
Өфөнөң Совет районында Радий Хәбиров Рихард Зорге урамындағы 30-сы күп фатирлы йорт подъездарын төҙөкләндереү барышы менән танышты. 1965 йылда төҙөлгән биш ҡатлы бинаның дүрт подъезы бар. Республика Башлығы подъездарҙа башҡарылған эштәрҙең барышын баһаланы, ремонт барышында ниндәй төҙөлөш материалдары ҡулланылыуы һәм уны тамамлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды.
Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы 34-се, 36-сы, 40-сы, 40/1-се йорттар һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 2-се йорт менән сикләнгән кварталында быйыл, «Башҡорт ихаталары» республика программаһына ярашлы, ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү башланған. Радий Хәбиров эштәрҙең барышы менән танышты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Өфөнө социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар торлаҡ-коммуналь комплексын яңыртыу, йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләләрен, урам-юл селтәрен тәртиптә тотоу буйынса миҙгел эштәре барышын һәм ҡала транспортын үҫтереүҙе тикшерҙе.
Фото: Т. АМАНОВ.