Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2022, 21:00

Дауалап булмай торған сир менән яфаланған Губинды дүрт бүлмәле фатирҙан сығаралар

Артист бер-бер артлы ҡот осҡос проблемаларға тарыған...

Дауалап булмай торған сир менән яфаланған Губинды дүрт бүлмәле фатирҙан сығаралар
Дауалап булмай торған сир менән яфаланған Губинды дүрт бүлмәле фатирҙан сығаралар

90-сы йылдарҙа популяр булған йырсы Андрей Губин оҙаҡ ваҡыт инде неврология аномалияһына бәйле ауыр сирҙән яфалана. Уға тыныслыҡ кәрәк, ләкин бының урынына ул үҙенең өйөнән сығырға мәжбүр булған. Андрей дүрт бүлмәле апартаменттарҙа йәшәй, уны ул үтә билдәлелек яулағанда һатып алған. Ләкин хәҙер музыкант ҡуртымға торлаҡ эҙләй, сөнки шаулы күршеләр уны фатирҙан сығырға мәжбүр итә. Йырсыға тынлыҡта йәшәү мотлаҡ, сөнки сит тауыш уның һаулығын насарайта ғына.

- Яңғыҙ йәшәйем. Әммә көн һайын шаулаған күршеләр ялҡытты. Минең фатирым һәйбәт, тик һаулығым өсөн ят таыштар насар йоғонто яһай, - тип һөйләне Губин ТВЦ каналында.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: