Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2022, 13:00

«Бөгөнгө ысынбарлыҡта был проект бик әүҙемләште»

– Донъя конъюнктураһы үҙгәргәнгә тиклем үк беҙ Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты ярҙамында Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу өҫтөндә эшләй башланыҡ. Ул комплекслы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн төбәктәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота.

«Бөгөнгө ысынбарлыҡта был проект бик әүҙемләште»
«Бөгөнгө ысынбарлыҡта был проект бик әүҙемләште»

Тауар етештереүҙең бөтә стадияларында - сеймалдан йәки ярымфабрикаттан алып юғары экспорт потенциалы булған юғары конкуренциялы продуктҡа тиклем - өҫтәмә хаҡ булдырыу сылбырын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был субъекттарға сауҙа күләмен арттырырға һәм үҙ-ара нигеҙҙә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Бөгөнгө ысынбарлыҡта был проект бик әүҙемләште, сөнки иҡтисади хәл ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төбәк-ара хеҙмәттәшлектең форматын үҙгәртеүҙе талап итә. Шуның менән бәйле Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Сит ил эштәре министрлығы, ВЭБ.РФ Дәүләт корпорацияһы, Стратегик башланғыстар агентлығы, Рәсәй экспорт үҙәге, Евразия үҫеш банкы, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙоҡ. Шулай уҡ Ырымбур, Пенза, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән, Пермь крайынан һәм сит илдәрҙән – Үзбәкстан, Тажикстан һәм Беларусь республикаларынан коллегаларыбыҙ саҡырылды.

Беҙ проект, уның маҡсаттары һәм бурыстары менән таныштырҙыҡ, унан һуң фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһынан да ыңғай яуап алдыҡ. Күптәр үҙҙәренең компанияларын һәм ресурстарын Евразия иҡтисади үҙәгенә интеграциялау тәҡдиме менән сығыш яһаны. 

Дөйөм алғанда, Евразия иҡтисади үҙәге Рәсәй субъекттарының ғәмәлдәге бөтә проекттарын һәм предприятиеларын, шулай уҡ импорт продукцияны алмаштырыу буйынса яңы производстволар төҙөүҙе берҙәм инвестиция контурына берләштерергә ниәтләйбеҙ. Ул һөҙөмтәлә 2 триллион һумдан ашыу инвестиция күләме менән синергетик һөҙөмтә бирәсәк һәм 300 миллиард һум самаһы һалым аҡсаһы менән 40 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырасаҡ, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: