Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2022, 11:45

Бөгөн – халыҡ-ара кофе көнө

Был датаны тәүҙә итальяндар билдәләй башлаған. Уларҙа байрам Эспрессо көнө тип атала.

Бөгөн – халыҡ-ара кофе көнө
Бөгөн – халыҡ-ара кофе көнө

Риүәйәткә ярашлы, Эфиопияла Калди исемле кәзә көтөүсеһе йәшәгән. Ул малдарҙың конкрет бер ағастың япраҡтарын һәм емештәрен ашағандан һуң, сиктән тыш ҡуҙғып, төндә йоҡламағандарын белеп ҡалған. Калди был турала урындағы монастырь башлығына һөйләгән. Шунан монахтар төнгө ғибәҙәт алдынан ошо ағас емештәренән сәй яһап эсер булған. Был хәл, баҡһаң, беҙҙең эраның IX быуатына тура килә.

Ҡәһүә емешен ашаған инде теге кәзәләр. Ә эсемлеккә һөйөү һуңғараҡ уянған.

Башта кофе әҙерләү өсөн эшкәртелмәгән емеш ҡулланғандар, һуңғараҡ өлгөрөп еткән емештәрҙе билдәләргә, уларҙы киптерергә өйрәнгәндәр.

Боронғо ғәрәптәр кофе бөртөгөн май һәм һөт менән ҡатнаштырып, дөйөм нығытыу сараһы итеп ҡулланған.

Тәүге махсуслаштырылған ҡәһүә магазины 1475 йылда Константинополдә (хәҙер – Истанбул) асылған.

Ошонда уҡ йөҙ йыл самаһы үткәс тәүге йәмәғәт кофейняһы барлыҡҡа килгән.

1511 йылда Осман империяһында эсемлекте тыйырға ла маташҡандар.

Рәсәйҙә оҙаҡ ваҡыт кофе мигрендән һәм башҡа ауырыуҙан дауа булып иҫәпләнгән. Тәүге ҡәһүә йорто беҙҙең илдә 1703 йылда асылған.

Бөгөн – халыҡ-ара кофе көнө
Бөгөн – халыҡ-ара кофе көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: